Йылайыр районынан төркөмдәшебеҙ Гөлшат Алғышаева – оҫта баҡсасы. Ә ниндәй күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерә ул! Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһен сағыу гөлдәр биҙәй. Лилиәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ, раузаларҙың, ул флокстар, гортензиялар! Әйткәндәй, оҫта хужабикә, рауза һыуын да бит тиреһенә шифа итеп ҡулланырға мөмкин, ти.
Ә яңыраҡ Гөлшат апай өсөн айырыуса иҫтәлекле ваҡиға булған: "алпамыша" лилиәһе (лилия-гигант) сәскә атҡан. Фотоларҙа уның исеме есеменә тап килә икәне күренә (ҡойманан аша ҡарап үҫеп торғаны шул гүзәлкәй булыр ҙа инде)
Саф гүзәллеккә ҡарап һоҡланып алайыҡ әле. Нәфис гөлдәр оҙаҡҡа һуҙылған ямғырлы, һоро болотло көндәребеҙгә ҡояш нуры өҫтәһен!
Фотолар: Г. Алғышаеваның шәхси сәхифәһенән.