Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Владимир Куприянов иртән йүгерергә сыҡҡанда гигант бәшмәктәргә юлыға. Ул дуҫы менән тау ярыммарафонына әҙерләнә икән.
«Дистанция юлын һалдыҡ, маркировкалар өҫтәнек. Шул саҡта гигант бәшмәккә юлыҡтыҡ! Иң ҙурыһының ауырлығы 5,6 килограмм! Ә уңыштың дөйөм ауырлығы 20 килограмдан ашыу тәшкил итте", - тип уртаҡлашты Владимир.
Күптәрҙә был бәшмәкте ашарға яраймы, тигән һорау тыуыр. Һаңғырау бәшмәктең эсе аҡ булһа, уны ҡурырға ярай.
Тышын картуф һымаҡ итеп таҙартып, 20-30 минут талғын утта һуған менән ҡурһаң, тауыҡ итенән дә тәмлерәк килеп сыға.
Ә һеҙ быйыл ниндәй бәшмәк йыйып өлгөрҙөгөҙ?
Фотолар Владимир Куприяновтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.