Баҡса
2 Август 2024, 01:00

Ҡуйыртылған һөт ҡушылған алма повидлоһы

Был тәмлекәс балаларға ла, өлкәндәргә лә оҡшай.

Ҡуйыртылған һөт ҡушылған алма повидлоһыҠуйыртылған һөт ҡушылған алма повидлоһы
Ҡуйыртылған һөт ҡушылған алма повидлоһы

Алманың ҡабығын әрсеп, үҙәген алып 20 минут тирәһе быҡтырып алаһың. Бешкән алманы блендер аша үткәреп, бер банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка) өҫтәйһең, артабан бер аҙ ҡайнатып алырға кәрәк. Шунан алдан әҙерләнгән стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Сама менән ике кило алмаға 1 банка ҡуйыртылған һөт кәрәк.

Был алма повидлоһын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып ашай.

Фото: edimdoma.ru/retsepty

Автор:Карима Усманова
Читайте нас