Илеш уңғанбикәһенеке ул! Шәп баҡсасы менән яҡындан таныштырабыҙ.
Был видеояҙмалағы матур баҡсаның хужабикәһе – Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Сулпан Шәмсиева-Ғайсина.
Сулпан – һөнәре буйынса парикмахер. Һөнәрен яратып башҡара, әммә уның яратҡан шөғөлдәре, һөнәрҙәре бихисап. Бына ошо һоҡланғыс баҡсаны ла ул үҙ ҡулдары, тырышлығы, көсө менән булдырған.
Участканың дөйөм майҙаны – 17 сутый. Күреүегеҙсә, ул сәскәләргә күмелгән. Әлбиттә, уңған хужабикәнең йәшелсәһе, емеш-еләге лә уңа. Ике улы, ҡыҙы – ҙур ярҙамсылары.
- Сулпан – минең уҡыусым. Бала саҡтан матурлыҡ яратты, ныҡ эшһөйәр булды. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул баҡсаһындағы күпселек матурлыҡты, хатта төрлө архитектур һындарҙы һәм биҙәү элементтарын, ағас ҡоролмаларҙы үҙ ҡулдары менән эшләй. Уҡыусыбыҙҙың фантазияһына һоҡланабыҙ, уңғанлығына хайран ҡалабыҙ. Сулпан тегеү, бешеренеү эштәренә лә оҫта. Быға тиклем шундай матур, тәмле итеп торттар бешереү менән да мауыҡты. Бер һүҙ менән әйткәндә, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә, донъяһын гөл кеүек итеп көтә. Уға киләсәктә лә уңыштар ғына теләйем, - тип һөйләне уҡытыусыһы Ғәлимә апай Ғәлиева.
Сулпан матур хыялдары, ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Киләсәктә үҙен тулыһынса сәскәселеккә арнарға теләй. Әле үк уның үҙ һатып алыусылары бихисап.
Видео: Сулпан Шәмсиева-Ғайсинанан.