Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
25 Август , 19:00

Картуфты һаҡлау: белгестән биш кәңәш

Икенсе икмәгебеҙгә әүерелгән картуф быйыл һыу эсендә үҫте, тиерлек. “Уны ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?” тип баш вата баҡсасылар. Ошо һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалында яуап бирҙеләр. Үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡованан кәңәштәр. 

Картуфты һаҡлау: белгестән биш кәңәш
Картуфты һаҡлау: белгестән биш кәңәш

Икенсе икмәгебеҙгә әүерелгән картуф быйыл һыу эсендә үҫте, тиерлек. “Уны ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?” тип баш вата баҡсасылар. Ошо һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалында яуап бирҙеләр.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етәксеһе Эльма Садиҡованан кәңәштәр:

  1. Уңышты йыйырҙан ике аҙна алда картуфтың һабағын сабырға кәрәк. Шулай иткәндә ер бер аҙ елләнеп, кибеп өлгөрә, ә үҫемлек бар көсөн бүлбеләрҙең тышын нығытыуға йүнәлтә.
  2. Ҡаҙып алғандан һуң картуфты һәйбәтләп киптерегеҙ. Бындай ямғырлы йәйҙән һуң уңышты ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ елләтергә кәрәк.

«Картуфиы сереүгә дусар иткән фитофтора шунда уҡ беленеп бармай. Бүлбенең сәләмәт, ныҡ булып күренеүе ихтимал, ләкин баҫҡанда тиресәһе шартлай һәм уның аҫтынан көлһыу һоро масса сыға, был – һоро серек. Фитофтора тәүҙә ҙур булмаған урындарҙа күренә, ләкин яйлап тамыраҙыҡты тулыһынса ялмап ала», – тип аңлата белгес.

  1. Йыйылған картуфты 4-5 көн киптерергә, ә иң яҡшыһы – һәйбәт итеп елләтелгән бинала оҙағыраҡ тоторға һәм шунан һуң ғына ентекләп һайлап алырға кәрәк.

«Картуф бүлбеләрен яҡшылап һәм йәлләмәйсә һайлап алырға кәңәш итәбеҙ. Әгәр ауырыу бүлбеләрҙе ташларға ҡыҙғанып дөйөм массала ҡалдырһаҡ, бөтөн уңыш зарарланасаҡ», – тип иҫкәртә Эльма Садиҡова.

  1. Һаҡлар алдынан бүлбеләргә ағас көлө йәки аҡбур һибеү яҡшы булыр. Картуф һаҡланасаҡ урындар сүп-сарҙан һәм былтырғы уңыш ҡалдыҡтарынан таҙартылырға тейеш. Ул урынды һәйбәт дезинфекцияларға кәрәк: бәшмәктән һәм үңәҙҙән таҙартырға, киптерергә, аҡларға ла мөмкин. Ағартҡандан һуң бинаны мотлаҡ киптерәләр. Тағы ла бер дезинфекция ысулы: йәшелсә соҡоронда һоро шашканы яндырыу, ошолай итеп бүлбе өҫтөндәге сирҙе юҡ итәләр.

«Күпләп өйөп һалһаҡ, картуф оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Уңышты бер нисә ағас йәшниккә таратып һалыу яҡшыраҡ булыр. Картуфты йәрәхәтләмәҫ өсөн, уны һаҡ ҡына һалығыҙ: бәләкәй гегә йәрәхәт бактерияларға үтеп инергә ярҙам итәсәк. Ямғыр яуғандан һуң уңышты яҡшы һаҡлау өсөн баҙҙа ышаныслы елләтеү булырға тейеш. Әгәр мөмкинлек бар икән, уны ҡышҡылыҡҡа оҙағыраҡ япмау яҡшыраҡ булыр ине», – тип кәңәш бирә белгес.

  1. Һәм шуныһы ла мөһим: сир таралмаһын өсөн картуфты ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп, серектәрҙе ташлап тороу кәрәк.
    Фото: Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы. ‎
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: