Баҡса
25 Август 2024, 08:00

Ябай ҙа, тәмле лә алма повидлоһы

Был повидлоны эшләү артыҡ ҡатмарлы түгел, уның ҡарауы тәмле, ҡышҡылыҡҡа һәйбәт һаҡланған ризыҡ килеп сыға. 

Ябай ҙа, тәмле лә алма повидлоһыЯбай ҙа, тәмле лә алма повидлоһы
Ябай ҙа, тәмле лә алма повидлоһы

Алманы турап, уртаһын алып, кәстрүлгә һалырға һәм бер стакан самаһы һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, талғын утҡа ултыртырға. Төбө көймәһен өсөн болғап торорға. Алмалар тулыһынса иҙелеп бешеп сыҡҡас, блендер менән тағы иҙергә. Самалап шәкәр һалырға (ғәҙәттә 1:1) һәм талғын утта болғай-болғай ҡайнатырға.

Булыуын тәрилкәгә тамыҙып, һыуытып тикшереп ҡарағыҙ. Стерилләнгән банкаларҙа һалып, стерилләнгән ҡапҡастар менән ябып, нығытырға. Банкала һыуынған мәлдә повидло тағы ла нығыраҡ ҡуйырасаҡ.

Әгәр бер төрлө, пюре кеүек кенә масса килеп сыҡһын тиһәгеҙ, алманың ҡабығын әрсеп эшләгеҙ.

Фото: klassicheskij-recept.ru һәм авторҙыҡы. 

Ябай ҙа, тәмле лә алма повидлоһы
Ябай ҙа, тәмле лә алма повидлоһы
Ябай ҙа, тәмле лә алма повидлоһы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас