Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
7 Сентябрь , 17:30

Һарымһаҡ ултырттығыҙмы әле?

Ай календары буйынса иң уңышлы көндәр...

Һарымһаҡ ултырттығыҙмы әле?
Һарымһаҡ ултырттығыҙмы әле?

Белгестәр был эште һауа торошона ҡарап 25 сентябрҙән 10 октябргә тиклем башҡарырға ҡуша. Улар шулай уҡ беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған, һыуыҡҡа һәм сиргә бирешеп бармаған Скиф, Софиевский, Добрыня, Спас, Елена сорттарын сәсергә кәңәш итә. Һарымһаҡты ай календарына ярашлы Ай тыуған осорҙа ултыртырға кәрәк. Шул осраҡта ул уңдырышлы була, ҡышҡы һыуыҡҡа бирешеп бармай. Быйыл иң уңайлы көндәр - 28, 29 сентябрь, 4 октябрь.

Һарымһаҡ асыҡ ҡояшлы урынды ярата, уйһыу ерҙә ул серей. Көҙ ултыртыуға һарымһаҡ башының тышҡы ярусынан иң сәләмәт һәм эре тештәрҙе генә һайлап алырға кәрәк. Был йәшелсә артыҡ һайлансыҡ түгел, шулай ҙа йомшаҡ, уңдырышлы ерҙә яҡшы үҫә. Һуған үҫкән урынға ултыртырға ярамай, быға тиклем еләк, ҡыяр, салат үҫкән түтәлдәр иң ҡулайы.

Түтәлде ике-өс аҙна алдан әҙерләргә, ашлама индерергә кәрәк, был арала ер ултырып өлгөрөргә тейеш. Һарымһаҡ тештәрен ултыртыр алдынан 15-30 минут тирәһе еңелсә алһыу төҫтәге марганцовка һыуында тоторға. Сәсерҙән ике көн алда ергә лә марганцовка һибергә. Көнөндә иһә бер нәмә лә һибергә ярамай. Тештәрҙе бураҙнаға 15 см аралыҡ менән 8-10 см тәрәнлектә ултыртырға. Өҫтөн тупраҡ менән ҡаплағас, торф, йә ваҡ һалам, ҡойолған япраҡ менән ябырға һәм һәйбәт итеп һыу һибергә кәрәк.

Ә һеҙ һарымһаҡты ҡасан ултыртаһығыҙ? Үҙегеҙҙең кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.


"Электронный садовник" сайтынан.

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: