Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
9 Сентябрь , 13:00

Бик тәмле аджика килеп сыға

Еңел, ябай, тиҙ һәм иң мөһиме тәмле...Аш-һыу рецепттарын эҙләгәндә тап ошоларға таянып эш итәм. Был аджика менән мауығып китеүемә өсөнсө миҙгел китте...

Бик тәмле аджика килеп сыға
Бик тәмле аджика килеп сыға

Был юлы беҙгә Дилбәр Хәмитова ҡышҡылыҡҡа бик тәмле аджика эшләргә өйрәтә.

"Еңел, ябай, тиҙ һәм иң мөһиме тәмле...Аш-һыу рецепттарын эҙләгәндә тап ошоларға таянып эш итәм. Был аджика менән мауығып китеүемә өсөнсө миҙгел китте...
Хыянат итмәҫмен төҫлө.
3 кг помидорҙы ит тартҡыстан үткәреп, уға 1-әр стакан көнбағыш майы, шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ һалып талғын утта бер сәғәт бешерәһең. Шунан ошо массаға 8 дана татлы борос, 4 дана әсе борос, 5 баш һарымһаҡ(уларҙы ла ит тартҡыстан) ҡушып тағы ла 15 минут талғын ғына ҡайнатып сығараһың да стерилләнгән банкаларға тултырып ябаһың.Банкаларҙы мин тәүҙә сода менән йыуам да, аш һеркәһе менән сайҡатып алам(уны яңы асылған кәңәштәр төркөмөндә өйрәткәйнеләр). Бер порциянан 7 банка 0,7 мл сыга. Тәме тәүҙә татлы, аҙаҡ әскелтем генә булып китә. Икмәккә һөртөп тә, ит, картуфҡа ҡушып та, ашҡа һалып та ашарға мөмкин .Аджика шул тиклем тәмле, беҙҙең ғаиләнең иң яратҡаны ул - кәмендә 30 банка эшләйбеҙ.


Фото һәм сығанаҡ: Дилбәр Хәмитова

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: