Көҙгө осор баҡсаны йыйыштырыу, ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мәле. Ҡайһы бер сәскәләр ҡышҡылыҡҡа ер аҫтында тороп ҡала. Ҡайһыларының тамырҙарын өйгә, баҙға кертеү кәрәк. Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина хризантемаларҙы һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашты.
- Хризантемаларҙы быйыл ғына үҫтерә башланым. Өс төбөн бүләк иткәйнеләр, унан тыш үҙем дә һатып алып ултырттым. Һалҡындарға сыҙам тиһәләр ҙә, һаҡлауға, яҡлауға мохтаждар. Һалҡындарға тиклем сәскә атып бөтһәләр, 20 см тирәһе һабағын ҡалдырып ҡырҡырға һәм ҡырҡылған һабаҡтар менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Сәскә атып бөтмәгән осраҡта, һауытҡа күсереп өйгә кертергә, 20 градустан да йылыраҡ булмаған температуралы бүлмәлә тоторға кәрәк, сөнки эҫелә улар һәләк була. Атып бөткәс, һабаҡтарын ҡырҡып, йә баҙҙа, йә гаражда һаҡларға мөмкин. Яҙын ҡабат урынына сығарып ултыртаһың, - тине Рузалия апай.
Рузалия Ниғмәтуллинаның кәңәштәре сәскә үҫтерергә яратыусыларға файҙаға булыр.
Фото: Рузалия Ниғмәтуллина.