Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
2 Октябрь , 06:00

Ҡарағат ҡыуағын тәрбиәләүҙә иң таҙа ысулды ҡулланығыҙ

Уны ниндәй ағас-ҡыуаҡтар янына ултыртырға ярай икән?

Ҡарағат ҡыуағын тәрбиәләүҙә иң таҙа ысулды ҡулланығыҙ
Ҡарағат ҡыуағын тәрбиәләүҙә иң таҙа ысулды ҡулланығыҙ

Тәү сиратта яңы алынған ҡара ҡарағатты икенсе төҫлө ҡарағат эргәһенә ултыртырға ярамай, сөнки уларҙың ауырыуҙары бер.

Слива, ирга, ҡайын – һыу яратҡан ағастар, шуға бөтөн дымды үҙҙәренә тартып торасаҡ. Ә был ҡарағаттың уңышына насар йоғонто яһаясаҡ. Ылыҫлы ағастар эргәһендә лә ҡарағат ауырып китеүе ихтимал.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле сығарылған сорттар ҙа ауырыуҙарға бирешә, шуға көҙөн ҡыуаҡтарҙы һәйбәт итеп тәрбиәләргә кәрәк. Ҡарағатҡа зыян иткән ҡоротҡостарҙың иң йыш осрағаны – бет, талпандар һәм ҡоштар.

Күптәр баҡсаларында химия ҡулланырға яратмай, шуға экологик яҡтан иң таҙа һаналған бер ысулды һынап ҡарайыҡ. Бер биҙрә һыуға 50 грамм һабын алып, ошо шыйыҡсаға бер стакан көл, еҙ купоросы өҫтәп һибергә. Шыйыҡса тороп ҡалһа, ҡурҡмайынса ҡыуаҡтың төбөнә һибергә була.

Әле ҡарағаттар төбөн ҡаҙып, төрлө ашлама индерергә була.

Автор фотолары.

Ҡарағат ҡыуағын тәрбиәләүҙә иң таҙа ысулды ҡулланығыҙ
Ҡарағат ҡыуағын тәрбиәләүҙә иң таҙа ысулды ҡулланығыҙ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: