Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
2 Октябрь , 17:00

Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ

Бөрө ҡалаһынан тәжрибәле баҡсасы Рөстәм Урмановтың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. 

Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ
Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ

Гөрләп торған баҡса эштәре финиш һыҙығына сыға – баҡсасылар ошо айҙа һуңғы мәшәҡәттәрҙе теүәлләп, ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләй, киләһе уңышты хәстәрләй. Бөрө ҡалаһынан тәжрибәле баҡсасы Рөстәм Урманов бына ниндәй кәңәштәр бирә. 

Тупраҡтағы дым запасының күплеге емеш культураларын ҡыш көнө өшөүҙән һаҡлай. Ағастарға күпме һыу һибергә кәрәк? Оло йәштәге алма һәм грушаға – 20 – 30, сейә һәм сливаға – 10 – 15, ҡурай еләге һәм ҡарағаттың  бер квадрат метрға тиң майҙанына биш-алты биҙрә һыу кәрәк. Йәшерәк ағастарға, әлбиттә, аҙыраҡ талап ителә. Көҙҙөң ямғырлы булыу-булмауын да иҫәпкә алығыҙ.

Ашлайбыҙ

Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы органик һәм фосфор-калийлы ашламалар менән туҡландырабыҙ. Еләктең бер квадрат метрына яҡынса 30 – 60 грамм минераль ашлама йәки көл һибергә.

Ер ҡаҙабыҙ

Ерҙе көрәк менән түгел, һәнәк менән ҡаҙыу яҡшыраҡ. Был осраҡта өҫкө ҡатламдағы тамырҙар, айырыуса еләк ҡыуаҡлыҡтары ныҡ зыян күрмәй. Ҡурай еләгенең тупрағы йыл дауамында, шул иҫәптән көҙ көнө лә ҡаҙылмай. Уны бер аҙ йомшартып, ҡоро торф, серетмә индерәләр. Был һырғанаҡҡа ла ҡағыла.

Ерҙе 25-30 сантиметр тәрәнлеккә ҡаҙабыҙ, әммә кәҫтәрҙе ваҡламайбыҙ.  Ошо рәүешле ер яҡшыраҡ туңа һәм яҙ көнө ҡар ирегәндә күберәк дым туплай.

Ботаҡтарҙы ҡырҡабыҙ

Ҡара ҡарағаттың ботаҡтарын тулыһынса япраҡ ҡойғандан һуң киҫеү уңайлы. Иң эре емештәр йәшерәк үрентеләрҙә формалаша, шуға күрә ҡыуаҡ биш йәшкә тиклемге 15-20 ботаҡтан торһа, яҡшы уңыш бирә. Ҡарағатты ултыртҡандан һуң биш йыл үткәс киҫә башларға. Ошо рәүешле ҡырҡып торһағыҙ, ҡара ҡарағат ­– 15-20 йыл, ҡыҙылы 20-30 йыл мул уңыш бирер.

Эшкәртәбеҙ

Емеш-еләк ҡыуаҡтарын, ағастарҙы бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлау өсөн япраҡ ҡойғандан һуң туғыҙ процентлы мочевина ҡатнашмаһы һибегеҙ.  

Аҡлайбыҙ

Эзбиз ҡатламы температураның үҙгәреүенән һаҡлай һәм ҡоротҡостарҙан ярҙам итә. Ағастарҙы һауа температураһы 5 градустан юғары булғанда ғына аҡларға ярай.

Ай уртаһында ләләләр һәм башҡа һуғанбашлы сәскәләр ултыртыуҙы тамамлайбыҙ. Еләк-емеш ҡыуаҡлыҡтарын, ағастарҙы 25 октябргә тиклем (йәки ныҡлы һыуыҡтарға тиклем ете – ун көн ҡалғас) ултыртабыҙ.

Нәсих Хәлисов фотолары.  

Сығанаҡ: "Победа" гәзите (birskpress.ru)

 

Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ
Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ
Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ
Баҡсаны ҡышҡы йоҡоға әҙерләйбеҙ
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: