Белгестәр һәр үҫемлектең уңышлы сортын табыу мөһим тип йыш әйтә килә. Ысынлап та, үҙ ереңә тура килгәнен табыуы ауыр. 35 йыл картуф үрсетеү серҙәренә төшөнөү менән шөғөлләнгән баҡсасы Ләйсән Зәһиҙуллинаның кәңәштәрен тыңлайыҡ.
- Мин йәшелсәселек менән 35 йылдан ашыу шөғөлләнәм һәм был ваҡыт эсендә картуфтың бик күп сорттарын тәмләп ҡараным. Йылдан-йыл мин сорттар һанын кәметәм, ғаиләмә оҡшағандарын ғына ҡалдырам. Иң тәмле варианттар табырға тырышам. Бөгөн ете йылдан ашыу ултыртылған һәм уларҙан баш тартырға йыйынмаған ҡайһы бер сорттар менән уртаҡлашҡым килә. Беренсе сорты - "аврора". Ул мин күп йылдар элек үҫтергән "синеглазка"ға оҡшаш. "Синеглазка"ның бүлбеһе йомро, тәрән күк күҙле. Уның итсәһе тарбаҡ һәм аҡ, ләкин ул ҡышын насар һаҡлана. Мин уны бәләкәй күҙле оҙонса бүлбеләре булған, алһыу ҡыҙыл төҫтәге "аврора"ға алмаштырҙым. Итсәһе әҙерләгәндә төҫһөҙ, һарғылт-аҡ төҫмөрлө. Тиресәһе йоҡа һәм тығыҙ. Был картуф төрлө ашамлыҡтарға бик тә ҡулай. Бер ояла 15 һәм унан да күберәк бүлбе булыуы мөмкин. Тәү сиратта, ул ҡышҡыһын яҡшы һаҡлана һәм яңы уңышҡа тиклем үҙенең тәм сифаттарын һаҡлай.
Киләһе сорт - "адретта". Ул температураның үҙгәреүенә һәм күп кенә ауырыуҙарға бирешмәй. Бүлбеһе йомро-оҙонса, ә итсәһе һары төҫтә. Был картуф бик тәмле һәм ярмалы, бик күп крахмаллы. Ул ҡыҙҙырыу, бешереү һәм иҙмәләр әҙерләү өсөн бик ҡулай.
"Гусар" башҡаларға ҡарағанда ҡоролоҡ осорон яҡшы үткәрә. Һауа торошо үҙгәрештәренән ҡурҡмай. Бүлбеһе ҡыҫҡа оҙонсай, тиреһе асыҡ көрән, ә итсәһе һары. Был сорт ҡыҙҙырыу өсөн бик ҡулай. "Королева Анна" тәрбиәләү талап итмәй, талымһыҙ сорт, ул фитофторозға бирешеп бармай. Артыҡ дымға бирешмәй, әммә ҡоролоҡто яратмай. Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә сыҙамлы. Бүлбеһе овал формала, ваҡ күҙле һәм шыма тығыҙ тиресәле, ә итсәһе тығыҙ һәм татлы. Һәр төрлө эшкәртеү төрө өсөн дә яраҡлы.
"Беллароза" - был сорт тиҙ өлгөрә, ултыртҡандан һуң 60 көн үткәс ашарға ярай. Ул оҙаҡ һаҡлана һәм тәм сифаттарын юғалтмай. Теләһе ҡайһы тупраҡта үҫә һәм яҡшы уңыш бирә, ҡоролоҡтан да, ямғырҙан да ҡурҡмай. 200 грамм һәм унан ауырыраҡ булған бүлбеләре эре, ҡытыршы һәм ҡыҙыл, ә итсәһе һарғылт-аҡ. Ул тәмле һәм ҡоро, - тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты баҡсасы. Ә һеҙ ниндәй сорттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Фотолар Ләйсән Зәһиҙуллинаның шәхси архивынан алынды.