“Быйыл беҙҙә суперуңыш, ҡабаҡ һәм таш ҡабаҡтар хәтәр уңды!” – тип халыҡтың һөйөнөсө менән уртаҡлаша “На земле Салавата” гәзите.
Ҡалмаҡлар ауылында йәшәгән Рәйсә һәм Рәйес Хужиәхмәтовтарҙың көҙгө байлығын күрһәгеҙ, һеҙ ҙә ғәжәпләнер инегеҙ (1-се фото)!
Ә был таш ҡабаҡтар тауы Нәсибаш ауылында йәшәгән Нурыя Ғайнанованың йәшелсә баҡсаһында үҫкән. Баҡсасы йыл да татлы ҡарбуҙ ҙа үҫтерә, тиҙәр.
Өсөнсө фотолағы гигант ҡабаҡты нисек үҫтерҙеләр икән? Хайран ҡалырлыҡ та баһа! Уның эргәһендә ятҡан 12 литрлыҡ биҙрә менән сағыштырып ҡарағыҙ әле. Йәшелсәне Янғантау ауылында йәшәгән Гүзәл Ғарипова үҫтергән. Бына, исмаһам, рекорд!
Фото: https://vk.com/club175284210