Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Октябрь 2024, 20:00

Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә

Беҙ тәҡдим иткән яҙманы уҡып, төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙ һыналған кәңәштәре менән уртаҡлашты. Үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ. 

Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә
Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә

Бер нисә көн элек “Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға?” тигән яҙма тәҡдим иткәйнек. Унда һүҙ баҡсалағы тамыраҙыҡтарға, айырыуса картуфҡа ҙур зыян килтергән сым-селәүсен (проволочник) тураһында барҙы. Ошо яҙманы уҡып төркөмөбөҙҙәге дҫтарыбыҙ һыналған кәңәштәре менән уртаҡлашты. Шуларға ҡолаҡ һалайыҡ әле.

“Быйыл яҙын иптәшем бәрәңге ултыртканда һәр соҡорға йылға ҡомо менән буталған ҡайын дегете ҡатышмаһын һалған ине. Аллаға шөкөр, бәрәңгебеҙ таҙа булды”, - тип яҙҙы Миңзилә Хажимөхәмәтова.

"Картуф сәскәндә һәр ояға һуған ҡабығы һалып барыр кәрәк, ти торғайны бер оҫта баҡсасы инәй. Һуған ҡабығын ҡыш буйы йыйып бараһың инде”, - тигән кәңәш менән уртаҡлашты коллегабыҙ Рүзилә Иҫәнбаева.

Ҙур рәхмәт!

Фото: www.agrofil.hu

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас