“Ҡарҙар ирей, яҙ етә, беҙҙе баҡсабыҙ көтә!” – тип йөрөйҙөр инде барлыҡ баҡсасылар. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға һуғанға ҡағылышлы кәңәштәр.
“Һуғаным ниңә ҙур булып үҫмәне, уңманы тип ҡайғырмаҫ өсөн шәп кенә 4 кәңәш.
- Сәсер алдынан 2-3 сәғәткә тоҙло һыуға һалығыҙ: 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы ҡәҙимге аш тоҙо алына. Артабан 2 сәғәт ҡуйыраҡ алһыу төҫтәге марганец ҡатнашмаһында тотоғоҙ. Унан алғас, мотлаҡ һәйбәт итеп сайҡатығыҙ.
- Ашламалар. Һуған әсетке (сүпрә) ярата. Уны бер биҙрә (10 литр) һыуға 100 грамм сүпрә ҡушып әҙерләгеҙ. Бер сәғәт ултыртып ҡуйғас, тәүҙә һуған түтәленә ябай һыу һибегеҙ ҙә 2 сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, сүпрәле ашламаны һибегеҙ. Киләһе көнөнә тағы берҙе таҙа һыу һибегеҙ. Быны артыҡ йыш эшләмәгәеҙ.
- Һуған бетен булдырмайбыҙ. Бының өсөн тәүге ҡыяҡтар барлыҡҡа килеү менән түтәлде эшкәртергә кәрәк. Тәүҙә ябай һыу һибәбеҙ. Артабан нишатырлы ҡатнашма: 10 литр һыуға 2 аш ҡалағы нишатыр спирты ҡушабыҙ. 6 метр оҙонлоҡтағы түтәлгә 3 биҙрә самаһы ашлама кәрәк. Бер тәүлектән һуң еңелсә генә итеп таҙа һыу һибергә. 10-14 көндән 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ һалып, үрҙәге схема буйынса ошо ҡатнашманы ҡулланырға. Тағы 10-14 көндән әлеге схема марганецлы ҡатнашма менән башҡарыла.
- Йыйып алынған һуғанды мотлаҡ ҡояшта киптереп алығыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/public219820433