Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Июнь 2025, 00:50

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы
Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Тәмле нәмәгә тартылғанда, әммә шул уҡ ваҡытта фигураны һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалырға теләгәндә, ярҙамға шәкәрһеҙ өйҙә әҙерләнгән еләк ҡайнатмаһы килә. Был ҡышҡа тәмлекәс әҙерләү генә түгел, ә йәйҙең тәмен артыҡ калорияһыҙ һаҡлау ысулы. Бындай рецепт диабет менән ауырыусыларға ла, аҡ шәкәрҙән баш тартырға теләүселәргә лә яраҡлы.

Ингредиенттары:

  • баҡса еләге – 1 кг;
  • алма һуты (тәбиғи, шәкәрһеҙ) – 250 мл;
  • желе яһаусы компоненты – пектин (ҡабындағыы инструкция буйынса, ғәҙәттә 1,2 аш ҡалағы);
  • лимон һуты – 1 аш ҡалағы (теләк буйынса, тәм сағыулығы өсөн)

Нисек әҙерләргә:

Баҡса еләген йыуабыҙ, үләнен алып ташлайбыҙ һәм яртылаш йәки дүрттән бер өлөшкә бүләбеҙ.

Ҡаҙанға алма һутын ҡойоп, еләк өҫтәйбеҙ һәм еләк һут биргәнсе уртаса утта 5-7 минут бешерәбеҙ.

Пектин һалабыҙ, яҡшылап болғатабыҙ һәм масса ҡуйыра башлағансы тағы 5-7 минут бешерәбеҙ.

Әгәр кәрәк булһа, лимон һутын өҫтәйбеҙ.

Ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға ҡоябыҙ һәм ҡышҡылыҡҡа тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ йәки һыуытҡыста һаҡлайбыҙ (тиҙ арала ашарға булһа).

Был ҡайнатма ысын табыш: татлы, әммә шәкәрһеҙ. Уны бутҡаға һалырға, икмәккә һөртөп йәки банканан туранан-тура ҡалаҡ менән ашарға мөмкин. Шулай уҡ ул ҡояшлы йәйҙең тәмен һаҡлай, хатта тәҙрә артында һыуыҡтар булғанда ла.

Автор фотоһы. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас