Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Июнь 2025, 00:05

Баҡса еләгенән мохито

Ҡышҡылыҡҡа ныҡ тәмле!

Баҡса еләгенән мохито
Баҡса еләгенән мохито

Баҡсала тәмле итеп еләк беште. Ҡайнатмаларҙан арыһағыҙ, тәмле һәм үҙенсәлекле компот рецепты тәҡдим итәбеҙ. Уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ.

Рецепт бер өс литрлыҡ банкаға иҫәпләнгән:

Банканың 1/3 өлөшөнә еләк, 1,5 стакан шәкәр, 2 ботаҡ бөтнөк (мята), ике өлөш лайм, банка тулғансы ҡайнар һыу.

Быны стирелләштерелгән банкаға эшләйбеҙ. Тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға һәм тулыһынса һыуынғансы, төрөргә.

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас