Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Июнь 2025, 15:55

Тәме - туңдырма кеүек

Баҡса еләгенән ҡышҡылыҡҡа тәмлекәс әҙерләп ҡуйығыҙ.

Тәме - туңдырма кеүек
Тәме - туңдырма кеүек

"Баҡсасы Лилиә" төркөмөнән хәбәр итеүенсә, баҡса еләктәренән ҡышҡылыҡҡа бынамын тигән тәмлекәс эшләргә була икән. Тәме туңдырма кеүек була ти. Уның өсөн кәрәк була:

1,5 -2 кг еләк
1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка)

"Еләкте бәрәңге төйгөсө менән бер аҙ иҙҙем (иҙеп бөтрөмәнем, ҡайһылары бөтөн килеш ҡалды) һәм ҡуйыртылған һөт һалып, бутаным да контейнерҙарға һалып туңдырырға ҡуйҙым",  - тип яҙған ул.

Баҡсағыҙҙа еләктәр бешеп бөткәндер, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ әле.

Сығанаҡ һәм фото: "Баҡсасы Лилиә"

Автор: Карима Усманова
Читайте нас