Һуған менән һарымһаҡ уңышын йыйып алдығыҙмы? Ә түтәлдәр буш ҡалды. Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, уларҙы буш ҡалдырырға ярамай. Сөнки унда тиҙ арала сүп-сар үҫәсәк. Әгәр түбәндәге йәшелсәне ултыртһағыҙ, улар көҙгә тиклем өлгәрәсәк.
- Укроп, шпинат, салат. Улар оҙон яҡтылыҡ көнөн ярата. Хатта август башында сәсһәгеҙ ҙә, даими һуғарыу һәм яҡшы тәрбиә менән был культуралар һыуыҡҡа тиклем уңыш бирергә өлгөрә. Салат айырыуса тиҙ үҫә – бер нисә тапҡыр ҡырҡып алырға мөмкин.
- Пекин кәбеҫтәһе. Бында ашыҡмау мөһим. Был культура оҙон яҡтылыҡ көнөнән ҡурҡа һәм уҡтар ебәрә ала. Сәсеү өсөн иң яҡшы ваҡыт — июль аҙағынан август башына тиклем, төндәр оҙонораҡ һәм һалҡыныраҡ булғас. 50-60 көн эсендә тығыҙ, һутлы уңыш алырға өлгөрәһегеҙ.
- Борсаҡ. Борсаҡты һуң сәсеү – реаль стратегия. Ул һалҡын төндәрҙән ҡурҡмай, тиҙ үҫә һәм хатта сентябрҙә лә яҡшы емеш бирә. Иң мөһиме – иртә өлгөргән сортты һайлап, ваҡытында бәйләргә.
- Спаржалы фасоль. Әгәр июль башында йәки уртаһында ултыртһаң, фасоль сентябрь аҙағына тиклем өлгөрә. Уның вегетация осоро ҡыҫҡа, һәм ул ҡатмарлы тәрбиә талап итмәй. Өҫтәмә файҙа – тупраҡты азот менән байытыу.
- Брокколи һәм төҫлө кәбеҫтә. Ике культура ла талапсан түгел һәм температураның түбәнәйеүен яҡшы кисерә. Иртә сорттарҙы һайлағыҙ, даими рәүештә һыу һибегеҙ, һәм 60-70 көндән кәбеҫтә һеҙҙе тығыҙ сәскәләр менән ҡыуандырасаҡ.
- Шалҡан. Йәйҙең икенсе яртыһындағы тамыраҙыҡтарҙың бер өҫтөнлөгө бар: улар уҡтарҙы әҙерәк ебәрә. Шалҡан яҡты көн кәмегән ваҡытта бик яҡшы үҫә.
Иң мөһиме – түтәл буш тормаһын, юғиһә аҙаҡ сүп-сар менән көрәшергә тура киләсәк.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.