

Ташҡабағығыҙ (кабачки) ҡалдымы әле? Уның тураһында күп шаяртыуҙар булһа ла, был йәшелсәне белеп әҙерләһәң, иҫ китмәле тәмле ризыҡ килеп сыға. Бөгөн иғтибарығыҙға бар интернетты шаулатҡан рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Шулай итеп, ташҡабаҡты табала ҡыҙҙырырға ашыҡмағыҙ, ә ошо техника буйынса әҙерләгеҙ. Йәшелсәне йыуабыҙ, тышын таҙартабыҙ һәм нәҙек дүңгәләкләп турайбыҙ. Оҡшағанса тәмләткестәр, тоҙ-борос һалып бутайбыҙ ҙа, көнбағыш майы өҫтәйбеҙ.
Пергамент ҡағыҙы түшәлгән тимер листҡа һалабыҙ һәм 15 минутҡа мейескә ебәрәбеҙ. Был ваҡытта ҡырғыс аша сырҙы ҡырабыҙ, йәшел укроп турайбыҙ һәм майонез менән бутайбыҙ. Был ҡатнашманы мейестән алған кабачки өҫтөнә ҡалаҡлап һалабыҙ һәм кире биш минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Әҙер! Ныҡ тәмле килеп сыға!
Фото: "Бәйләнештә".