Күп хужабикәләр орхидеяларҙы ярата. Оҙаҡ ваҡыт сәскәгә күмелеп ултырған гөл әллә ни ҡарауҙы ла талап итмәй кеүек. Ләкин уның кеше организмы өсөн кире йоғонтоһо ла бар икән.
Баҡһаң, орхидеялар төнгө ваҡытта бик әүҙем, шуға күрә уларҙы йоҡо бүлмәһендә тоторға кәңәш ителмәй. Төндә уларҙың еҫе айырыуса ныҡ һиҙелә. Ошо сәбәпле кешенең башы ауыртыуы, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүе ихтимал.
Шулай уҡ таң атҡанда ла был гөлдәр негатив энергия тарата. Улар ҡояш нурын бик яратмай, шуға күрә һаҡлана башлай. Был ваҡытта яндарында агрессия ҡыры барлыҡҡа килә, шуның менән өйҙәге биоэнергетик мөхиткә тиҫкәре тәьҫир итәләр.
Әгәр орхидеяларҙы өйҙә үҫтергегеҙ килһә, көнөнә ике-өс тапҡыр бүлмәне елләтергә, уны йоҡо бүлмәһендә тотмаҫҡа һәм һанын биш-алтынан арттырмаҫҡа кәңәш итәләр.