Ишембай районынан уңған хужабикә Фәүзиә Насирова ҡабаҡтан ҡуйы һәм тәмле ҡайнатма эшләргә өйрәтә.
- Бының өсөн ике килограмм таҙартылған ҡабаҡ, бер килограмм 200 грамм шәкәр, бер әфлисун, бер лимон кәрәк.
Әфлисунды тышынан, орлоҡтарынан таҙартып, эсен генә ҡулланам. Лимондың тышын да ҡушып ебәрәм, ул үҙенсәлекле тәм бирә. Ҡайнатма итеп эшләгәндә ҡабаҡты шаҡмаҡ киҫәктәргә турайым, шуға шәкәр һалам. Кис һалып ҡуйһам, иртәнсәккә ҡабаҡ һутын сығара. Шуны ҡайнап сыҡҡансы тотам да һүндерәм. Аҙаҡ һыуынғансы торорға тейеш. Шунан блендер аша үткәрелгән әфлисун менән лимонды ҡушып ҡайнатып алам. Йәнә ул һыуынырға тейеш. Өсөнсө тапҡыр тағы ла ҡайнап сыҡҡансы тотам да һүндерәм. Ҡайнағанда өҫтөнә йыйылған күбеген алырға онотмағыҙ.
Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға һалам. Джем итергә теләһәгеҙ, ҡатнашманы блендер аша үткәрергә кәрәк. Ҡабаҡҡа ниндәй генә емеш өҫтәһәгеҙ ҙә, ул уның тәмен ала. Джем, повидло бәлеш бешереү өсөн дә шәп. Ҡунаҡтар яратып ашай. Күстәнәскә лә алып барам, – ти Фәүзиә апай.
Ҡабаҡтарҙың ишелеп уңған сағы. Джемын да эшләп ҡарайыҡ әле.
Фото: Фәүзиә Насированан.