Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Сентябрь 2025, 18:45

Ҡабаҡ ҙу-у-ур булып үҫкән!

Үлсәгәндән һуң уның ауырлығы 36 килограмға яҡын булыуы асыҡланған.

Ҡабаҡ ҙу-у-ур булып үҫкән!
Ҡабаҡ ҙу-у-ур булып үҫкән!

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән Вәлиевтәрҙең баҡсаһында хәтәр ҙур ҡабаҡ үҫкән. Ғаилә башлығы Булат Вәлиев үлсәгәндән һуң уның ауырлығы 36 килограмға яҡын булыуы асыҡланған. “Бындай ҡабаҡты күсереү өсөн автокран булырмы икән”, - тип шаяртҡан йорт хужалары. Һәм, ысынлап та, уны махсус күтәргесе булған автомашина ярҙамында тейәгәндәр.

Вәлиевтәр элек-электән баҡса үҫтерергә ярата һәм йыл һайын мул уңыш ала. “Әммә бындай ҙурлыҡтағы ҡабаҡ беҙҙә тәүге тапҡыр үҫте”, - тигән хужабикә.

Сығанаҡ: “На земле Салавата” (https://na-zemle-salavata.com)

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас