Балан быйыл шул тиклем күп булды, әле һутлы булып бешкән мәле. Унан нимә генә эшләмәйҙәр - балан бәлеше, бөйөрөгө, повидлоһы, ҡыҫтыбыйы - һәр береһе табындың йәме. Үҙебеҙҙә үҫкән емеш-еләктәрҙең шифаһын, файҙаһын күрегеҙ, тип балан повидлоһы рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн баланды таҙартырға, йыуырға һәм бешерергә ҡуйырға кәрәк. Төбө көймәһен өсөн саҡ ҡына һыу һалығыҙ. Мәҫәлән, ике килограмм тирәһе баланға бер стакан самаһы һыу өҫтәргә. Бешкәс, һыуынғандан һуң баланды һөҙәбеҙ һәм шуға яҡынса ике килограмдан ашыу шәкәр ҡушып, 15-20 минутҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ, бутап торабыҙ. Шәкәрлерәк булһын, әсемәһен тиһәгеҙ, өс килограмм тирәһе шәкәр һалырға мөмкин. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға мөмкин. Былай ғына ла һаҡларға була. Балан повидлоһынан бәлештәр ҙә бик тәмле килеп сыға. Үҙебеҙҙең яҡтың емештәренә етәме һуң?!
Автор фотоһы.