Бөтә нәмәнең дә тиҙ эшләнә торған ваҡытында йәшәйбеҙ. Хәҙер кәбеҫтәне лә тиҙ генә, бер тәүлектә тоҙлап була икән. Бының рецептын тәҡдим итәбеҙ.
Ике килограмм кәбеҫтә алабыҙ, ике-өс уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе һаламлап турайбыҙ. Йәшелсәне һәм ике-өс тырнаҡ һарымһаҡты өс литрлы сиреккә һалабыҙ һәм өҫтөнә маринад ҡоябыҙ.
Маринад былай яһала: бер литр һыуға ярты стакан шәкәр, 0,25 стакан тоҙ һалып ҡайнатаһың. Һыуынғас банкаға һалаһың да, ике аш ҡалағы аш һеркәһе һәм бер стакан көнбағыш майы өҫтәйһең. Бер тәүлектән ашарға ла була.