Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
3 Октябрь 2025, 23:15

Ағас ултыртыу серҙәре менән танышығыҙ

"Ҡайһы бер баҡсасылар ағастарҙы ҡуйы итеп ултырта. Рәт аралары дүрт метр булырға тейеш, ә бер-береһенән ике метрҙан  да кәм булмаһын", - ти оҫта баҡсасы Әсмә Кинйәбулатова. Ағас ултыртҡанда тағы нимәләр белергә кәрәк? Алманың иң яҡшы сорты ниндәй һ.б. тураһында - сайтта. 

Ағас ултыртыу серҙәре менән танышығыҙ
Ағас ултыртыу серҙәре менән танышығыҙ

Баҡсалылар өсөн көҙгө күңелле мәшәҡәттәрҙең береһе – ул ағас ултыртыу. “Ағасты яҙын да, көҙөн дә ултыртыу яҡшы, әммә мин элек-электән бының менән көҙгө миҙгелдә шөғөлләнергә күнеккәнмен”, - ти Ҡырмыҫҡалы районының Алмалыҡ ауылында йәшәүсе оҫта баҡсасы Әсмә Кинйәбулатова. Әсмә Ғүмәр ҡыҙын хатта күрше-тирә райондарҙа ла яҡшы беләләр һәм ул үҫтергән алмағас, армыт, слива, ҡарағат, ҡурай еләге, бөрлөгән, ежевика, сейә, черешня  үҫентеләрен теләп алалар. Хеҙмәт уҙаманы 40 йылдан ашыу ошо ауылдағы данлыҡлы емеш-еләк питомнигында баш агроном, директор вазифаларын башҡара. Шуға күрә үҙ эшен энәһенән ебенә тиклем белә, ә иң мөһиме - яратып башҡара, үҫентеләрҙе бала ҡараған кеүек наҙлап үҫтерә. Әсмә Ғүмәр ҡыҙы менән аралашып, ағас үҫентеләрен һайлау һәм уларҙы ултыртыу, тәрбиәләү буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ һәм уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

  • Ағастарҙы иртәрәк ултыртҡанда, япраҡтары бар икән, уларҙан таҙартығыҙ, юғиһә ағастың көсө тамырға ғына түгел, уларға ла сарыф ителәсәк;
  • Һатып алғанда ағас олоно һәм ҡайырыһындағы йәрәхәттәрҙе ентекләп тикшереү мөһим. Шулай уҡ үҫентеләрҙең тамыры ҡоро булырға тейеш түгел;
  • Үҫентеләрҙе ҡойманан ике метр ситтәрәк ултыртыу һәйбәт. Ҡайһы бер баҡсасылар ағастарҙы ҡуйы итеп ултырта. Рәт аралары дүрт метр булырға тейеш, ә бер-береһенән ике метрҙан да кәм булмаһын. Юғиһә ағастар һуҙылып үҫә, ауырыу һәм бөжәктәр тиҙ тарала, уңыш та кәмей;
  • Ултыртыу өсөн соҡорҙоң киңлеге – кәмендә бер метр, тәрәнлеге 60-70 сантиметр булһын. Соҡор ҡаҙығанда тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын бер ситкә айырып ҡуйығыҙ һәм ағасты күмгәндә ошо тупраҡҡа серетмә һәм көл ҡушып һалығыҙ. Серемәгән тиреҫ ҡулланырға ярамай, ул тамырҙарҙы яндыра.
  • Һыу һибеү өсөн “оя” (соҡор) яһарға онотмағыҙ. Ултыртыу менән үҫентеләргә ике-өс биҙрә һыу һибергә кәрәк. Һыу һеңгәс, төбөнә үлән ҡалдыҡтары йә булмаһа бысҡы вағы һибегеҙ. Был ер ярылмаҫ һәм дым һаҡлау өсөн кәрәк. Һуңынан йыш һыу һипмәҫкә лә мөмкин;
  • Сысҡандарҙан һаҡлау мөһим. Көҙҙән ағас тирәләренә ағыу ҡуйығыҙ, ҡышын иһә ағас тирәләй ҡарҙы тапап, “кәртә” яһағыҙ, яҙын тағы ла ағыу һалырға онотмағыҙ.

Әсмә Ғүмәр ҡыҙы алманың бихисап сорттарын үҫтерә. “Үҙегеҙ өсөн иң яратҡан сорттар ниндәй?” – тип һораным.

 - Йәйге сорттарҙан “грушовка московская”, “кәнфит”, көҙгөләренән – “башҡорт сибәре”, “орлик”, ҡышҡы алмаларҙан “антоновка”, “9-сы Боҙаяҙ” сорттарын үҙ итәм. Баҙарҙа үҫенте һатыусылар күп. Тик ҡайһы берҙәр уларҙың көньяҡ климаты өсөн генә яраҡлашҡан булыуы тураһында әйтеп бөтөрмәй, шуға күрә үҙебеҙҙең ерҙә үҫтерелгән, беҙҙең климатҡа яраған үҫентеләрҙе алырға тырышығыҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе Әсмә Кинйәбулатова.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас