Туймазы районының “Овощевод” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Марат Ғәйфуллин юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Утыҙ йылдан ашыу ул йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә. Газ ҡаҙанлыҡтары һәм һыу һибеү системаһы менән йыһазландырылған 24 гектарҙағы теплицаларҙа йыл да 5500 тонна ҡыяр һәм помидор үҫтерелә.
– Тәүге теплицам ни бары өс сутый майҙанды тәшкил итте, утын яғып йылытылды. Мин ныҡлап йәшелсәселек менән шөғөлләнә башланым һәм майҙандарҙы арттыра барҙым. Яйлап 15 сутыйға, аҙаҡ бер, ике, өс гектарға еткерҙем. Хатта 60 гектарға еткән замандар ҙа бар ине, – тип хәтерләй Марат Мирсәлим улы.
Фермер Өфө нефть техник университетына уҡырға инеп, инженер һөнәренә эйә була. Теплицаларҙың ағас конструкцияларын металға алыштыра, газ ҡаҙанлыҡтары һәм һыу һибеү системалары менән йыһазландыра.
Февралдән июнь айына тиклем ҡыяр үҫтерәләр, июлдән ноябргә ҡәҙәр помидор тәрбиәләйҙәр. Бынан тыш, ремонт-төҙөлөш, ҡорамалдарҙы ремонтлау эштәре лә етерлек.
Һәр миҙгел көтөлмәгән сюрприздары менән шаҡ ҡатыра, ти фермер. Шуға күрә тәүлек әйләнәһенә төрлө хәл-ваҡиғаларға әҙер булырға кәрәк. “Үҫемлек – тере организм, ул да сирләй, өшөй, хатта енесен алмаштыра ала. Был хаҡта бөтә баҡсасылар ҙа хәбәрҙар түгел”, – ти Марат Мирсәлим улы.
Теплица хужалығы эргәһендәге аҙбарҙа “Һандуғас” ҡушаматлы аты менән ҡолонҡайы, бала саҡ осоронан ҡалған күгәрсендәр ояһы фермерҙың тормошон йәнләндереп, яңы биҙәктәр өҫтәй.
Фото: “Туймазинский вестник” гәзите.