Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
2 Февраль , 15:30

Теплицағыҙға ҡар тултырып ҡалығыҙ!

Баҡсасылар өсөн һәр мәл яуаплы.

Теплицағыҙға ҡар тултырып ҡалығыҙ!
Теплицағыҙға ҡар тултырып ҡалығыҙ!

Быйыл ҡар күп, шуға күрә рәхәтләнеп теплицағыҙға ҡар тултырырға була, сөнки һәр эште үҙ ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарғанда ғына көҙ көнө уңыштың яҡшы булырын һәр баҡсасы яҡшы белә.

Баҡсасылар өсөн һәр мәл яуаплы. Шуға күрә улар әле бар яуған ҡарҙы, ҡатып бөтмәҫ элек, теплицаларына тултыра. Был эште ваҡытында башҡарып өлгөрөргә кәрәк.
 
Шуны иҫтә тотоғоҙ: теплицаға күпме ҡар тултырһағыҙ, шул тиклем файҙалы, көҙөн йәшелсәләрҙән мул уңыш алыуығыҙ ҙа тап ошоға бәйле лә инде.
Фото: телеграм
 
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Автор: Карима Усманова
Читайте нас