Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
23 Март , 00:05

Ялған орлоҡтар алып ҡуймағыҙ!

Рәхәткә сыҡтыҡ: бөтә нәмәне яҙҙыртып алабыҙ. Орлоҡтарҙы ла. Әммә улар йыш ҡына сифатһыҙ була. Ә быны нисек тикшерергә һуң?

Ялған орлоҡтар алып ҡуймағыҙ!
Ялған орлоҡтар алып ҡуймағыҙ!

Маркетплейстарҙа ялған орлоҡтарға юлыҡмаҫ өсөн был сортты Селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрында (Государственный реестр селекционных достижений) эҙләргә кәрәк.

Бынан тыш, ялған орлоҡтарҙың икенсе билдәһе- һатыусы тәҡдим иткән фотолар. Һатып алырға йыйынған сорттың тәбиғи, башҡа ҡулланыусылар төшөргән фотоларын эҙләргә кәрәк. Әгәр ҙә бындай фотолар табылмай икән, һатыусы һеҙҙе алдарға йыйына.

Ә экзотика үҫтерергә теләгән кешеләргә иң яҡшыһы махсус питомниктарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда сәскә атып йәки емеш биреп ултырған ағасты күрергә һәм үҫентеләрен һатып алырға була, тип кәңәш итә белгес.

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас