Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
4 Апрель , 12:30

Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж?

Ер ҡарҙан әрселеп, йәш үҫентеләр барлыҡҡа килгәс, аммиак селитраһы иретмәһе әҙерләгеҙ. 10 литр һыуҙа 15 грамм ашлама иретеп, дымлы тупраҡта тамыр аҫтына һибегеҙ. Артабан...

Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж?
Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж?

Сәскәгә тумала башлағас, 78 грамм аммиак селитраһы,  5-6 грамм калий тоҙо,  10-12 грамм суперфосфат менән ҡыуаҡ тирәләй ерҙе ашлағыҙ.

Сәскә атҡандан һуң өҫтәмә туҡландырыу өсөн калий тоҙо (5-6 г), суперфосфат һибегеҙ. Ашламаларҙы яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн һыу һибергә онотмағыҙ. Тамырҙарҙы зарарламаҫ өсөн күләмен арттырмағыҙ Ашламалар индергәндән һуң тупраҡты бер аҙ йомшартығыҙ. Сәскә атып һулығандарын киҫеп тороғоҙ.

Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж?
Пион сәскәһе ниндәй ашламаға мохтаж?
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас