Баҡса
13 Апреля , 18:30

Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға?

Баҡса миҙгеле етте. Ә һеҙ теплицаны яҙғы миҙгелгә нисек әҙерләйһегеҙ? 

Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға?Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға?
Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға?

Уңған баҡсасылар көҙгөһөн мул уңыш алыр өсөн әле үк эште башлаған. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, теплицаны яңы миҙгелгә әҙерләргә була.

“Теплицаны карбофос менән эшкәртергә кәрәк. Был сара ысынлап ҡоротҡостарҙан арынырға булышлыҡ итә”, - ти 30 йыллыҡ стажы булған баҡсасы Светлана Самойлова.

Ул теплицаның эсенә - бөтә стеналарына, мөйөштәренә, түшәмдәренә карбофос һиптертергә кәңәш итә. Шунан һуң ишеген ябып ҡуйырға һәм яҡынса бер аҙна көтөргә кәрәк. Шулай уҡ дезинфекция өсөн төтөн шашкалары ла файҙалы.

“Шашканы яндырып, ишекте ябып ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ бер аҙна, ә иң яҡшыһы ике аҙна ябыҡ килеш торһон”, - тип кәңәш итә баҡсасы.

Ә һеҙ теплицаны яҙғы миҙгелгә нисек әҙерләйһегеҙ? Фекерҙәрегеҙ менән комментарийҙарҙа уртаҡлашһағыҙ ине.

Сығанаҡ: "Интертат".

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас