

Баҡсағыҙҙы ҡый урынына күпереп укроп баҫып барамы? Улайһа, был кәңәш һеҙҙең өсөн.
Ҡышҡылыҡҡа хуш еҫле һәм таҙа, ҡоро был тәмлекәсте һаҡларға теләүселәргә бик ябай кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Укропты өҙөп алып, уны йыуып, яҡшылап киптерергә кәрәк. Артабан кипкән укропты ҡырҡып, алдан әҙерләнгән ҡоро банкаларға тултырабыҙ ( һөт, кефирҙан ҡалған пластик һауыттар ҙа бара). Әҙер банкаларҙы һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ул шул көйө йәшел һәм тәмле булып һаҡланасаҡ.
Әйткәндәй, уның файҙалы яғына килгәндә, укроп аппетитты яҡшырта, матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә һәм аш һеңдереүҙе яйға һала.
Ә һеҙ укропты нисек һаҡлайһығыҙ? Кәңәштәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙығыҙ әле.