Баҡса
27 Мая , 13:15

Ҡарағат япрағының ни тиклем шифалы булыуын беләһегеҙме?

Уны ҡасан йыйып киптереү яҡшы һуң?  

Ҡарағат япрағының  ни тиклем шифалы булыуын беләһегеҙме?Ҡарағат япрағының  ни тиклем шифалы булыуын беләһегеҙме?
Ҡарағат япрағының ни тиклем шифалы булыуын беләһегеҙме?

Яҙ етеп көндәр йылыныу менән ҡарағат япраҡ яра башлағанын күптәрегеҙ көтөп алалыр. Тап ошо мәлдә уның япраҡтарын сәйгә ҡушып эсәбеҙ. Ул хуш еҫле, тәмле булыу өҫтөнә ифрат шифалы ла. Хатта емештәренә ҡарағанда ла япраҡтары файҙалыраҡ тиҙәр. Әллә ҡайҙағы ят емеш-еләкте эҙләп йөрөргә лә түгел, бөтә витаминдар аяҡ аҫтында.

Ҡарағат япрағында С витамины бик күп, калий, кальций, фосфор, магний, йод һәм башҡа микроэлементтар бар. Шуға ҡарағат япрағын төнәтеп эсеү иммунитетты нығыта, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, һалҡын тейгәндә ярҙам итә, хәтерҙе яҡшырта, сәс структураһын нығыта.

Йәш япраҡтар – иң файҙалыһы. Шуға уны май-июнь баштарында йыйыу кәңәш ителә. Ҡоро көндә йыйып, күләгәле, елләтелә торған урында киптерһәгеҙ, ҡышҡы һалҡын көндәрҙә лә тәмләп эсерһегеҙ әле.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас