Баҡса
4 Июня , 14:00

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле

Биҙрәләп уңыш йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәште белергә һәм үтәргә генә кәрәк. 

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әлеПомидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле
Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле

Интернет селтәрендә ошо кәңәштәр баҫылып сыҡҡас, күптәр уларҙы уңышлы ҡулланыуы тураһында комментарий ҡалдырҙы. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға ла еткерәбеҙ. Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

  1. Тупраҡҡа сығарып ултыртырҙан ике-өс көн алда аҫҡы ике-өс япрағын алып ташлағыҙ.
  2. Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ ағас көлө һалығыҙ.
  3. Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡан мәлдәрендә һыуға бор кислотаһы ҡушып һибегеҙ (10 литр һыуға биш грамм алына).
  4. Үҫентеләр ныҡ булһын һәм тиҙ үҫһен өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсөн өс литр һыуға бер тамсы йод тамыҙығыҙ. Был ҡатнашма помидорҙарҙы һәйбәт эреләндерә.

Йод помидорҙарҙы фитофторанан да һаҡлай. Бының өсөн 250 грамм һөткә ике-өс тамсы йод һалып болғатығыҙ. Ошо ҡатнашманы бер литр һыуға ҡушып, помидорҙарға һибегеҙ.

Шуны онотмағыҙ: күрһәтелгән нисбәтте һаҡларға кәрәк. Мәҫәлән, Ғәлиә Ғафарова: “Йодты артыҡ тамыҙһаң, үҫемлектәр һарғая”, - тип яҙҙы.

Самаһын белеп ҡулланығыҙ, файҙаһын күрегеҙ!

Фото: Нәркәс Хәлиуллина ("Мечетлинская жизнь" гәзите). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас