Баҡса
18 Июня , 14:30

Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....

Был сәскәне үҫтереү серҙәрен Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко өйрәтә.  

Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....
Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....

Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименконың өлгөрлөгөнә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул йәмәғәт тормошонда ла әүҙем, махсус хәрби операция һалдаттарына ярҙам итергә лә өлгөрә, үҙенең йәшәгән йортон да гөл-сәскәгә күмеп тота. Бөгөн беҙ унан сәскә үҫтереү серҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ғаиләһе менән Себер тарафтарынан күсеп ҡайтҡандан бирле, 15 йылдан ашыу  ул петуниялар үҫтерә. Яҙҙан көҙгә тиклем йортон ошо сәскә  йәмләй.

– Февраль-мартта орлоҡто сәсәм. Был сәскәне үҫтереүе еңел түгел, наҙлы ғына үҫенте ул. Сәскәс, тәүҙә пленка япма менән ҡаплайым, һауа керһен өсөн ваҡ ҡына итеп тишкеләп сығам. Асҡан саҡта һаҡ ҡыланығыҙ, ҡапыл асырға ярамай. Еп һымаҡ нәҙек кенә итеп  сыҡҡан үҫентеләр зарарланмаһын өсөн тәүге осорҙа шприц менән генә һыу һибәм.  Стакандарға айырып бүлеп ултыртҡас, улар нығынып үҫеп китә. Петунияны ашламалау өсөн тиреҫ ҡулланам. Ни өсөн тап ошо сәскәне үҫтерергә яратам - ул иртә йәйҙән ҡар яуғансыға тиклем шау сәскәгә күмелеп ултыра, –  тип һөйләне Сәлимә ханым.

Петуния үҫтереүгә Алаҡай клубы хеҙмәткәрҙәре лә оҫтарып алған. Улар мәҙәниәт йорто эргәһенә, һәйкәл тирә-яғына ла ултырталар. Артып ҡалған үҫентеләрҙе һатып, клуб өсөн кәрәк-яраҡ алалар.

Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.

 

 

 

 

 

Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....
Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....
Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....
Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас