

"Йәйҙең йәме - сәскәләрҙә " онлайн-конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы төркөмдәштәребеҙҙең береһе Розалия Тимерғәзина Нуриман районының Сураш ауылында йәшәй. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында тыуып үҫкән ханым кейәүгә сыҡҡандан һуң, яҙмышы ошонда берегә. Ғүмер буйы мәктәптә эшләп, уҡыусыларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйлай ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да эштән айырылмай - белем усағының таҙалығы һәм бөхтәлеге өсөн яуап бирә. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер һәм лайыҡлы тәрбиә биргән ҡатын бөгөн алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй Розалия ханым.
Розалия Рәшит ҡыҙы ихлас күңелдән гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Баҡсаһы ғына түгел, өйө лә күркәм матурлыҡҡа күмелгән. Йорт сәскәләренән айырыуса миләүшәләрҙе, глоксинияларҙы, бесәй гөлдәрен, орхидеяларҙы ярата егәрле хужабикә.
"Ихатала бер партия гөлдәр сәскә атып бөттө, хәҙер инде розалар, астралар, бәрхәттәр, циниялар матурлыҡ өләшә башлаясаҡ. Сәскә үҫтерергә бала саҡтан уҡ яраттым. Гөлдәрҙе тәрбиәләүҙән бер кинәнес алһам, уларҙың сәскә атыуҙары биргән ҡыуаныс тағы ла ҙурыраҡ", - ти ул.
Бәйгесебеҙгә конкурста уңыштар теләйбеҙ!