

Салауат районынан тәжрибәле баҡса оҫтаһы Гүзәл Юлдашбаева кәңәштәрен үҙендә һыналған тәжрибә аша еткерә. Һүҙ белгескә:
– Һуғанды иртә сәсергә ярай, ләкин ул өшөмәһен өсөн ултыртыр алдынан фитоспорин менән эшкәртәм, ул төрлө ауырыуҙарҙан да һаҡлай. Һуған һутлы булғас, һыу ярата тип уйлағандар яңылыша. Ул һыуҙы бик яратмай, артыҡ һыу уның сереүенә килтерә. Июлдәге эҫе көндәрҙә уға аҙнаһына бер тапҡыр һыу һибеү ҙә етә.
Кишергә килгәндә, "шантанэ" тигән сортҡа өҫтөнлөк бирәм, сөнки ул һаҡлауға ҡулайлы. Май аҙағында, июнь башында сәсәм. Ашламаға килгәндә ул көл ярата, көлдән ашлама эшләйем. Шарттарын үтәһәң, ул яҡшы һаҡлана. Кишер өлгөрөп, йыйып алғас, ике сәғәт тирәһе киптерергә лә ҡомло ергә һаҡларға һалырға кәрәк. Бер рәт ҡом, бер рәт кишер, араһына доломит оно йәки көл ҡушып ебәрергә мөмкин.
Автор фотоһы.