

Баҡса еләге тәрбиәләп, туҡландырып тороуға мохтаж. Бының өсөн кәрәкле сараларҙы әллә ҡайҙан эҙләп йөрөү кәрәкмәй, барыһы ла ҡул аҫтында.
Кесерткән төнәтмәһе. Ул тупраҡты тимер, калий, кальций, марганец менән байыта, һөҙөмтәлә үҫентенең тамыры көсәйә, уңыш күләме арта. Төнәтмәне әҙерләү өсөн ҙур ағас һауыттың яртыһына һабағы менән бергә ваҡланған кесерткәнде һалып, һыу өҫтәйбеҙ һәм 10-14 көнгә ҡараңғы урынға ултыртып торабыҙ. Әҙер булғас, 10 литр һыуға бер литр төнәтмәне болғатып, еләктәргә һибәбеҙ.
Сүпрә. Уны 10 грамм күләмендә алып, 10 литр йылы һыуға һалып болғатабыҙ. Һауытҡа ҡапҡас ябабыҙ – кискә тиклем әсеп ултырһын. Йылы, ямғырһыҙ көндә һәр төп еләккә ярты литр һибеп сығырға кәрәк.
Нишатыр спирты. Был ҡатнашма еләктең ауырыуҙарға ҡарата иммунитетын көсәйтә. 10 литр һыуға 40 миллилитр нишатыр спирты, бер аҙ эретелгән кер һабыны ҡушып болғатабыҙ. Уны еләктәрҙең өҫтөнә һыу һипкес менән һибеп сығыу яҡшыраҡ булыр. Был ҡатнашманы әҙерләгәндә һәм һипкәндә ҡулға бирсәткә кейергә, респиратор ҡулланырға кәңәш ителә.
Ағас көлө. Ул калийға, кальцийға, фосфорға бай. 10 литр һыуға бер стакан көл һалып болғатып, төнгөлөккә ултыртып ҡалдырабыҙ. Икенсе көндә һәр төпкә берәр литр һибеп сығабыҙ.
Йод. Ул еләкте ҡоротҡостарҙан һаҡлай, дымлы ваҡытта ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра. 10 литр һыуға бер стакан көл, 10 тамсы йод һалып болғатабыҙ. Һәр төпкә яртышар литр һибергә кәңәш ителә.
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan