

"Баҡса еләктәре өлгөрә башланы, быйыл еләк күп, уңышлы йыл, былтыр яҙып киткән ҡайнатманың рецебын ҡабатлап ҡуйып китергә ашығам, бәлки, кемгәлер кәрәге тейер. Әйткәндәй, үткән йыл әҙерләгән ҡайнатмаларым шул көйө бик яҡшы ғына һаҡланды, әле генә ҡайнатҡан кеүек булып.
Йыйған еләктәремдән ҡайнатма әҙерләнем дә, бер юлы һеҙҙең менән дә бүлешеп китергә булдым, яңы бешереү ысулын ҡулланып ҡараным, күбеге барлыҡҡа килмәһен өсөн һары май ҡушып ҡайнатырға кәңәш итәләр, ысынлап та күбеге барлыҡҡа килмәне, бик матур булып әҙерләнде.
Еләктәрҙе йыуып, һыуынан һарҡытып ҡуйып торғандан һуң, өҫтөнә самалап шәкәр ҡомо һалып бер төнгә һалҡынға тышҡа сығарып торҙом, 1 кг еләккә 1,200 кг шәкәр ҡомо алына, минең 2 кг еләк булғас 2,400 кг шәкәр ҡомо алдым. Талғын утта ҡайнатырға ҡуйҙым, шул арала бер аш ҡалағы май һалдым (һыйыр майы, һары май, ҡаймаҡтан эшләнгән), ҡайнап сыҡҡас 10 минуттай ағас ҡалаҡ менән болғатып ҡайнатып алдым. Һыуынған ҡайнатманы мөмкин стериль банкаларға һалырға, әммә мин ғәҙәттәгесә таҙа итеп йыуылған банкаларға һалам һәм капрон ҡапҡастар ғына ябам.
Яҡшы һаҡланһын һәм ризыҡҡа яҙһын барыбыҙға ла!"- тип яҙған үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Гөлгөнә Байегетова.
Сығанаҡ һәм фото: Гөлгөнә Байегетова.