Баҡса
23 Июнь , 06:30

Йәйҙең тәме – еләктә

Әле еләктең иң өлгөргән сағы. Хаҡы ла баҙарҙағынан күпкә осһоҙ. Үҙең йыйып алыу шарты менән килограмын 250 һумдан һаталар. Ҡайҙа тиһегеҙме?

Йәйҙең тәме – еләктәЙәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә

“Маҡар урман хужалығы” автономиялы дәүләт учреждениеһының Маҡар ауылы янында урынлашҡан питомнигында эштең иң “тәмле” сағына эләктек - халыҡ кинәнеп китеп баҡса еләге йыя. Әле еләктең иң өлгөргән сағы шул. Хаҡы ла баҙарҙағынан күпкә осһоҙ. Үҙең йыйып алыу шарты менән килограмын 250 һумдан һаталар. Унан бигерәк экологик яҡтан таҙа, ҡаланан 60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан питомниктың еләге тәмле лә, сифатлы ла икәнен маҡарҙар ғына түгел, тирә-яҡ ауыл халҡы  күптән белә.

“Питомникка тәүге йыл ғына килмәйем. Йыл да ғаиләм менән бер килеп, ҡышҡа етерлек еләк йыйып алабыҙ. Еләктәрҙең сортына ҡарап, төрлөһөн йыйырға була. Бөгөн дә ҡайнатмаға тип  вағырағын, ныҡ бешкәнен йыйҙым. Компот өсөн эрерәктәрен һайланым. Рәхмәт бындағы эшселәргә. Ошо тиклем еләкте тәрбиәләп  үҫтерергә лә күпме көс, тырышлыҡ кәрәк”, - ти Ишембай ҡалаһынан килгән Фәйрүзә инәй Әхмәтйәнова.

Ысынлап та, питомник хеҙмәтсәндәренә эш етерлек бында. Яҙлы-көҙлө еләктәрҙе айырып ултыртырға, ашландырырға, төптәрен йомшартырға, яңыртырға...

- Халыҡ бик күп күренә бөгөн. Көнөнә яҡынса нисә килограмм еләк һатаһағыҙ? – тип һорайбыҙ хужалыҡтың баш бухгалтеры Фәриҙә Садыҡованан.

- Бер тонна булып китә. Быйылғы миҙгелде үткән аҙнаның башында ғына асып ебәрҙек әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дүрт көн эсендә 4 тонна еләк һаттыҡ. Халыҡ күп килә. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан да, күрше райондарҙан да, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙан да еләкселәр ағыла, - ти Фәриҙә Ғүмәр ҡыҙы.

- Алдан яҙылып килеү мотлаҡмы?

- Юҡ, әлегә кәрәкмәй. Былтырғы йылдарҙа ундай практиканы ла ҡулландыҡ, әлбиттә. Еләктең нисек бешеүенә һәм йыйылыуына ҡарап инде.

- Көндәр генә матур торһон...

- Уныһы шулай. Былтыр, мәҫәлән, ямғырҙар сәбәпле 2 тонна ла еләк һата алманыҡ. Ҡыҙарып бешкән еләктәребеҙ сереп бөттө, - тине яңы миҙгелгә өмөт бағлап Фәриҙә Ғүмәр ҡыҙы.

Ә бит еләк үҫтереп  һатыу хужалыҡтың төп йүнәлеше түгел. Бөгөн Маҡар урман хужалығы питомнигы 22 гектарҙан ашыу ерҙе биләй. Унда төрлө ағас һәм ҡыуаҡ төрҙәре үҫтерелә. Шыршы, ҡарағай, йүкә, миләш, армыт, гөлйемеш, алма һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтарҙың бер өлөшө урманды тергеҙеүгә китһә, ҡалғаны ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереүгә тотонола.

– Баҡса еләгенән тыш,  ҡарағат та үҫтерәбеҙ әле. Был культураларҙы халыҡ күп һорай. Шулай ҙа беҙ тәү сиратта – урмансылар. Райондың урман фонды 289 мең гектар майҙанды биләй. Иң күп территорияны япраҡлы урман тәшкил итә. Беҙҙең учреждение урман хужалығы, урманды тергеҙеү буйынса эштәр алып бара. Йылына халыҡтың шәхси ихтыяжы өсөн яҡынса 100 гектар урман ҡырҡылһа, шул уҡ күләмдә яңы үҫентеләр ултыртыла. Былар ҡарағай, шыршы кеүек ылыҫлы ағастар. Үҫентеләрҙе әлеге ошо питомникта үҫтерәбеҙ инде, – ти Маҡар урман хужалығының  директоры Сәлим Рәшит улы Хафизов.

- Ә шулай ҙа еләк күпме гектарҙы биләй? - тип ҡыҙыҡһынабыҙ етәксенән.

- Дүрт гектар...

- Шул тиклем ерҙе нисек эшкәртеп, тәрбиләп өлгөрәһегеҙ?

- Тырышһаң, эш ҡарышмай ул. Хафизовтар ғаиләһенә рәхмәт. Салауат ағай Хафизовҡа, уның улы менән килене Зәлиә һәм Азамат Хафизовтарға күп көс төшә инде. Өлгәрмәй китһәк, урындағы халыҡты ла йәлеп итәбеҙ, - ти Сәлим Рәшит улы.

- Еләктәрегеҙ бик тәмле, татлы. Сорттары ла төрлө, ахыры...

- Ете сорт еләк үҫә бында. Итальян сортының ғына өс төрө бар. Ошо ергә яраҡлыһын, татлыһын һәм шул уҡ  ваҡытта мул уңыш бирә торғанына өҫтөнлөк бирәбеҙ.

- Ә шулай ҙа еләк үҫтереү ауырмы?

- Һәр эштең үҙ нескәлеге, үҙ мәшәҡәте, үҙ ауырлығы бар. Йыбанмаһаң, көндө төнгә ялғап эшләһәң һәм, әлбиттә, уның һөҙөмтәһен дә күрһәң, ауыр хеҙмәт тә дәртләндерә, еңеллеген бирә, - ти Сәлим Рәшит улы.

Маҡар урман хужалығы бөгөн  урманы менән дә, еләге менән дә, сәйе менән дә данлы. Һуңғыһы – улар етештергән “Көньяҡ Уралдан боланут сәйе” күптән инде райондың брендына әйләнгән. Ер кешеләре эшләй, йәшәй был яҡта. Шуға эштәре лә уң, ҡаҙаныштары ла тос уларҙың.

 

 

 

 

Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Йәйҙең тәме – еләктә
Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас