Баҡса
25 Июнь , 11:55

Һалҡын көндәрҙә ҡыярға шәкәрле һыу һибегеҙ

Беҙҙең халыҡ ҡыяр ярата. Әммә һауа торошо килделе-киттеле булғанда уны нисек үҫтереп алырға? Көндәр тәүҙә йылытты, унан һалҡындар булды, артабан ямғырҙар башланды...

Һалҡын көндәрҙә ҡыярға шәкәрле һыу һибегеҙҺалҡын көндәрҙә ҡыярға шәкәрле һыу һибегеҙ
Һалҡын көндәрҙә ҡыярға шәкәрле һыу һибегеҙ

Яҡшы уңыш алыр өсөн үрсетмәләрҙе яҡшы ашларға кәрәк. Халыҡ "Ҡыяр тиреҫ һәм һыу ярата" ти. Әйҙә ергә тиреҫ ҡатламы түшәп, һыу һип тә мул уңыш ал... Әммә тағы бер шарт мөһим – һауа температураһы. Ҡыярҙың нормаль үҫеше һәм уңыш биреүе өсөн тирә-яҡ мөхиттең һауа температураһы +25...+29 градус тәшкил итергә, өҫтәүенә төнгө һәм көндөҙгө температуралар айырмаһы +8... +10 градустан артмаҫҡа тейеш. Әгәр был өс шарт та бер-береһенә тап килһә, юғары уңыш көтөгөҙ.

Һауа температураһы +17 градустан түбән төшһә, ҡыяр үҫеүҙән туҡтай, ә +12 градуста һабаҡтары серей башлай һәм үҫемлектәр үлә. Шуға күрә һалҡын йәйҙә һауа торошо аномалияларын йомшартырға һәм уңышты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән саралар күрергә кәрәк.

Иң мөһиме - төньяҡ төбәктәр өсөн иң яҡшы сорттарға иғтибар итергә. Илебеҙҙең һалҡын климатын иҫәпкә алып, ватан ғалимдары һәм селекционерҙары һыуыҡҡа сыҙамлы ҡыярҙың бик күп сорттарын һәм гибридтарын сығарған, улар иң насар йәйҙә лә юғары уңыш бирә.

Был ҡыярҙар температураның ваҡытлыса +5 градусҡа тиклем түбәнәйеүендә лә үҫеүен дауам итә ала. Улар бәшмәк ауырыуҙарына, шул иҫәптән фитофторозға ла ныҡ сыҙамлы. Иң тотороҡлолары – F1 маркалы гибридтар. Был ҡыярҙар температура һәм баҫымдың үҙгәреүен, шулай уҡ ҡояш яҡтылығының оҙаҡ ваҡыт булмауын еңел кисерә. 

Әлбиттә, урын яҡшылап әҙерләнгән булырға тейеш. Тиҙәк менән тупраҡҡа икешәр аш ҡалағы суперфосфат һәм калий сульфаты, шулай уҡ ярты биҙрә ағас көлө өҫтәлгән булһа - яҡшы. Түтәлдәрҙе ҡаплағыс ҡара спанбонд ҡулланыу ҙа отошло. Йылыны ла тота, ҡый үләндәренә лә үҫергә мөмкинлек бирмәй. 

Ә инде ҡыяр сәселгәс, нимәләр эшләргә? 

Беренсе - дөрөҫ ашларға. Иң яҡшыһы - тауыҡ тиҙәге, унда файҙалы микроэлементтар, азот һәм калий бар. Сөнки азот етешмәү ҡыярға бик зарарлы. Әммә уны ҡулланғанда тауыҡ тиҙәгенән ашлама концентрацияһы һыйыр тиҙәгенекенә ҡарағанда ике тапҡырға кәмерәк булырға тейешлеген онотмағыҙ (1:20). Һалҡын йәйҙә ошо ашламаны +40 градус йылылыҡҡа еткереп, уға ике аш ҡалағы калимагнезия һәм 3 аш ҡалағы фосфор оно, шулай уҡ 10 литр иретмәгә ике литр ағас көлө өҫтәргә. 10 көнгә бер тапҡыр, тәүҙә етерлек йылы таҙа һыу ҡойғас, һәр төптө икешәр литр ошо иретмә менән ашларға.

Ныҡ һалҡын көндәрҙә ҡыярҙы аҙнаһына бер тапҡыр шәкәрле һыу менән һуғарырға кәрәк (бер төпкә - 10 литр һыуға бер стакан шәкәр һалып). Бынан тыш, аҙнаһына бер тапҡыр һыуыҡҡа сыҙамлы ҡыярҙы гәрәбә кислотаһы иретмәһе менән һуғарығыҙ (бер грамм кислотаны 10 литр һыуҙа иретегеҙ һәм бер үҫемлек өсөн 10 литр иретмә ҡулланығыҙ).

Бынан тыш, пульверизатор аша япраҡтарҙы ашларға була, сөнки һалҡында ҡыярҙың тамырҙары эшләүҙән туҡтай. Үҫемлек япраҡ аша туҡлыҡлы матдәләр алып үҫешә ала. Быны өс-дүрт көнгә бер башҡарырға мөмкин.

Өҫтәп, стимуляторҙар ҡулланырға була. Һәм, әлбиттә, һыуыҡ һыу һипмәҫкә. Уңыш аҙ һәм әсе булыр.

 

Автор фотоһы.

 

 

 

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас