Баҡса
24 Июнь , 19:45

Баҡса еләге менән туңдырма

Еләк мул саҡта туңдырмаһын да, ҡайнатмаһын да эшләп ҡалығыҙ!

Баҡса еләге менән туңдырмаБаҡса еләге менән туңдырма
Баҡса еләге менән туңдырма

Кәрәк була: 500 г ҡуйы һөт (33%), 500 г еләк, 1 сәй ҡалағы ванилин, 200 г ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 200 г шәкәр пудраһы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы лимон согы.

Ҡуйы һөттө блендарҙа күпертәбеҙ. Ванилин, ҡуйыртылған һөт һәм шәкәр пудраһы өҫтәп, барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. Ҡатнашманы һауытҡа тултырып, өҫтөн аҙыҡ- түлек пленкаһы менән ҡаплайбыҙ ҙа 3 сәғәткә туңдырғысҡа ҡуябыҙ.
 
Туңдырма шыма булһын, боҙланып тормаһын өсөн, һәр 30 минут һайын болғатабыҙ. Шул арала еләкте йыуып, япраҡтарынан таҙартабыҙ. Викторияны турап, шәкәр менән болғатабыҙ һәм блендарҙа әйләндерәбеҙ. Һәм 1 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Матур быяла һауытҡа яртылаш туңдырма һалып, өҫтөнә блендерҙа иҙелгән еләкте ҡоябыҙ һәм туралған еләк менән биҙәйбеҙ.

Сығанаҡ: 1001 кәңәш.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас