

Баҡсала япраҡтарын тарбайтып, рәхәтләнеп үҫкән ирәүәнде (ревень) күптәр нимә эшләтергә белмәй. Бер-ике тапҡыр бәлеш бешерһәң, йәки унда-бында ашҡа тураһаң, мәле үтеп, ҡата башлай. Ә бит унан бына тигән тәмле лә, файҙалы ла ҡайнатма йәки джем эшләп була.
Джем өсөн ирәүәндең һабаҡтары алына. Уларҙың тышын әрсеп, саҡ ҡына һыу ҡойоп, 1:1 нисбәтендә шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны блендер менән иҙәбеҙ. Төҫөн матур булһын тиһәгеҙ, еләк, сейә йәки әҙ генә күрәгә өҫтәргә мөмкин.
Аштарығыҙ тәмле булһын! Файҙаһын күрегеҙ!