

Кәбеҫтәләрегеҙ өҫтөндә аҡ күбәләктәр осмаймы? Был, әлбиттә, матур күренеш, әммә, икенсе яҡтан, ҙур хәүеф! Бөгөн аҡ ҡына күбәләктәр осоп йөрөр ҙә, ике көндән кәбеҫтә япрағында ҡот осҡос ҡарышлауыҡтар хасил булыр.
Бындай осраҡта шунда уҡ магазиндан көслө химия алырға йүгерергә кәрәкмәй. Ғәҙәти ағас көлөн файҙаланып ҡарағыҙ. Ул ҡоротҡостарҙың еңел тормошон боҙор, өҫтәүенә, калийлы ашлама булғанлыҡтан, кәбеҫтәгә хәл өҫтәр.
Нисек әҙерләргә?
Ҙур биҙрәгә ярты килограмм иләнгән ағас көлөн һалабыҙ ҙа ике-өс литр ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Яҡшылап болғап, бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. Ошо ваҡыт үткәс, ун литрға еткергәнсе һыу өҫтәргә кәрәк.
Артабан төнәтмәгә 100 грамм кер йәки дегет һабынын (уларҙы алдан ҡырғыстан үткәреп йәки һыуҙа иҙеп әҙерләргә кәрәк) ҡушабыҙ. Еҫе ҡырҡыу булғанлыҡтан, айырыуса дегет һабынын күбәләктәр яратмай, был баҡсаға килмәйәсәктәр.
Тағы бер вариант.
Ун литрлыҡ әлеге төнәтмәгә ике ҡалаҡ ҡоро гәрсис йәки бер балғалаҡ әсе ҡыҙыл борос өҫтәргә мөмкин.
Һәр осраҡта ла барыһын да бергә ныҡлап болғайбыҙ. Йәшелсәгә һиптерер алдынан төнәтмәне марля йәки ваҡ иләк аша үткәреп алығыҙ, сөнки көл һиптергестең күҙәүҙәренә тығылып йонсотор.
Нисек эшкәртергә?
Кискеһен йәки болотло көндә, сөнки эҫе мәлдә япраҡтарҙың яныуы ихтимал. Кәбеҫтәнең өҫтөн генә түгел, аҫҡы яғын да ныҡлап эшкәртергә тырышығыҙ – ҡоротҡостар тап шунда йомортҡа һалыусан.
Был эште бер миҙгелдә ике-өс тапҡыр башҡарыу һәйбәт, ти баҡсасылар. Әгәр көслө ямғыр булһа, йыуылып төшә, шуға тағы ла ҡабатларға кәрәк буласаҡ.
Әгәр төнәтмә яһап торорға ваҡыт булмаһа...
Күбәләктәр кәбеҫтә тирәләй әүҙем өйөрөлә башлаһа, төнәтмә яһап, тәүлек дауамында көтөргә теләмәһәгеҙ, тиҙ башҡара торған бүтән ысул бар. Ҡоро ҡатнашма ярҙам итер.
Бының өсөн ағас көлө менән аҙыҡ-түлек содаһын берәр стакан күләмендә алып, ныҡлап бутарға кәрәк. Ошо ҡатнашманы иртәнсәк ысыҡлы мәлдә йәки аҙ ғына һыу һипкәс, кәбеҫтәләргә һөртөп сығабыҙ.
Тағы ла өс кәңәш
1. Кәбеҫтәләрҙе ике-өс көн һайын ҡарап, тикшереп тороғоҙ – уларҙы һары йомортҡаларҙан даими таҙаларға кәрәк.
2. Был йәшелсә тирәләй бәрхәт сәскәһе, укроп, календула, сельдерей сәсеү яҡшы һөҙөмтә бирер – уларҙың еҫенән ҡоротҡостар был яҡҡа юлды онотор.
3. Кәбеҫтәне азот менән ашламағыҙ. Япрағы ныҡ нескә, һутлы булһа, ҡарышлауыҡтар уға шунда уҡ ташланасаҡ.
Фото: "Баҡсасы" төркөмөнән.