Баҡса
10 Июль , 20:40

Ямғырҙа еләгегеҙ серейме?

Тиҙ генә ошо ябай эштәрҙе башҡарығыҙ - ярҙам итер.

Ямғырҙа еләгегеҙ серейме?Ямғырҙа еләгегеҙ серейме?
Ямғырҙа еләгегеҙ серейме?

Өҙлөкһөҙ ямғыр яуыуы сәбәпле еләктәр йомшара, серей башлай. Был сир тотош түтәл буйлап таралмаһын өсөн тиҙ һәм комплекслы эш башҡарырға кәрәк.

  1. Серегән еләктәрҙе, япраҡтарын шунда уҡ йыйып алып ташлағыҙ. Береһе генә ҡалһа ла, башҡаларын тиҙ арала зарарлауы ихтимал.
  2. Еләктәр дымлы ерҙә ятһа, тиҙ генә серей. Шуға уларҙың аҫтына ҡоро һаламды, бесәнде йәки бысҡы вағын өс-биш сантиметр ҡалылығында йәйеп һалығыҙ.
  3. Ямғырҙан һуң еләктәргә йодлы эркет һыуы һибегеҙ. Ул 10 литр һыуға ҡушыу өсөн шулай алына: бер литр эркет һыуы һәм 10 тамсы йод. Был ҡатнашманы еләктәргә һәм япраҡтарға ҡоро көндә иртәнсәк тә, кискеһен дә һибергә тәҡдим ителә. Әгәр ямғырҙар дауам итһә, биш-ете көн һайын ҡабатлағыҙ.
  4. Әгәр дымлы һауа торошо оҙаҡҡа китһә, сереүҙән биопрепараттар ҡотҡарыр. Мәҫәлән, “Фитоспорин-М” (10 литр һыуға 10 грамм паста йәки 5 грамм порошок алына), “Алирин-Б” (бер литр һыуға – ике таблетка), “Гамаир” (бер литр һыуға – ике таблетка) ярҙам итер. Улар менән айырыуса ҡыуаҡлыҡтарҙың түбәнге өлөшөн һәм еләктәрҙе ныҡлап эшкәртергә кәрәк.
  5. Ер ныҡ дымлы икән, бер нисә көн һыу һипмәй тороу яҡшы.
  6. Ямғыр өҙлөкһөҙ яуһа, еләк түтәлдәре өҫтөнә дуға рәүешендә ҡоролма эшләп, пленка менән ябып тороу һәйбәт булыр, тик ситтән ел үтерлек булһын.
  7. Еләктәрҙе тығыҙ итеп ултыртмағыҙ – аралары кәмендә 25-30 сантиметр булыуы яҡшы.
  8. Ямғырҙан һуң мотлаҡ тупраҡты йомшартығыҙ, ер тиҙерәк кибер.

Автор фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас