Баҡса
20 Июль , 14:00

Бер юлы алма һуты ла, ҡаҡ та эшләнә

Аш-һыу оҫтаһы Гөлназ Хәмәтшина һеҙгә шәп рецепт тәҡдим итә.

Бер юлы алма һуты ла, ҡаҡ та эшләнәБер юлы алма һуты ла, ҡаҡ та эшләнә
Бер юлы алма һуты ла, ҡаҡ та эшләнә

Үҙең үҫтергән йәшелсә-емештән әҙерләнгән ризыҡҡа ни етә? Бүздәк районының Ахун ауылынан Гөлназ Хәмәтшина баҡса емештәренән нимә генә әҙерләмәй! Был юлы ул гәзит уҡыусыларыбыҙға алма һуты яһау рецебын тәҡдим итә.

- Алмаларҙы киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Уртаһын, боҙола башлаған урындарын киҫеп ташлайбыҙ. Туралған алмаларҙы кәстүлгә һалабыҙ. Ике килограмм алмаға дүрт литр һыу ҡоябыҙ. Һәм алмаларҙы бешерергә ултыртабыҙ.

Ҡайнаған саҡта күбеген алып ташларға онотмайбыҙ. Бешкәс, һыуытырға ултыртабыҙ. Алмалар яйлап кәстрүл төбөнә төшә. Биш-ете сәғәт ултырғандан һуң алмаларын һөҙөп алабыҙ. Һыуын ҡайнатырға ҡуябыҙ. Уға ике стакан шәкәр һалабыҙ. Мин артыҡ шәкәрле һут яратмайым, шуға күп һалырға тырышмайым. Бында һәр хужабикә үҙенсә көйләй. Баллы сортлы алмаларға күп шәкәр һалыу ҙа кәрәкмәй.

Ҡайнап сыҡҡас, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Алма һуты әҙер. Бешкән алманы блендер аша үткәреп, ҡаҡ эшләп ҡуйырға була, – ти Бүздәктең аш-һыу оҫтаһы Гөлназ Фаяз ҡыҙы.  

Фото: Гөлназ Хәмәтшина.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас