Баҡса
21 Июль , 19:15

Крыжовниктан тәмле компот

Тиҙ генә әҙерләнә, рецебы - яҙмала. 

Крыжовниктан тәмле компотКрыжовниктан тәмле компот
Крыжовниктан тәмле компот

Был эсемлекте әҙерләү өсөн өс литрлыҡ банка иҫәбенә 350 грамм крыжовник, бер стакан шәкәр ҡомо, өс-дүрт бөтнөк япрағы, ике киҫәк лимон йәки лайм кәрәк буласаҡ.

Барыһын да парланған банкаға һалғас, өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан һыу ҡоябыҙ. Әгәр тиҙ арала эсергә уйлаһағыҙ, ябай ҡапҡас ябырға ла була. Ә инде компотты ҡышҡылыҡҡа һаҡларға йыйынһағыҙ, банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға ла, ике тәүлек ҡалын юрған менән томалап торорға кәрәк.

Ҡыш көнө йәй тәмдәре сығарған тәмле компот күңелегеҙҙе күтәрер, тәнегеҙҙе, йәнегеҙҙе имләр.

Сығанаҡ: "Үҫәргәндәр ере-Ейәнсура".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас