

Баҡса үҫтереүҙә һәр кемдең үҙенең һыналған ысулдары бар. Ишембайҙан Фәүзиә Насирова был йәһәттән үҙенең кәңәштәрен еткерә.
-Ошо көндәрҙә помидорҙарымдың өҫкө япраҡтарын ғына ҡалдырып, ситтәгеләрен өҙөп сыҡтым. Ошолай иткәндә ҡояшҡа күренгән помидорҙар тиҙерәк ҡыҙарасаҡ, үҫәсәк. Һабаҡтарында уларҙы оҙаҡ тотмайым. Халыҡ телендә әйткәнсә “ҡара ысыҡ” (фитофтороз) үтһә, улар бик тиҙ боҙола башлай. 1-2 аҙнанан йыйып ҡаптарға тултырып ҡуям. Ваҡтарын йыймайым. Йыл һайын ошолай эшләйем һәм октябрҙәргә тиклем помидорҙарҙы ашайбыҙ, - тине баҡса оҫтаһы.
Фото: Фәүзиә Насырованыҡы.