Баҡса
24 Июль , 11:10

Һеҙҙең өсөн – сөгөлдөрҙән икра рецебы

Әҙ генә ингредиенттан тәмле ризыҡ килеп сыға.

Һеҙҙең өсөн – сөгөлдөрҙән икра рецебыҺеҙҙең өсөн – сөгөлдөрҙән икра рецебы
Һеҙҙең өсөн – сөгөлдөрҙән икра рецебы

Сөгөлдөрҙән ҡышҡа икра яһарға тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк була: өс сөгөлдөр, бер баш һуған, ике аш ҡалағы томат пастаһы, тоҙ, борос, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы.

Әҙерләү:

сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәрегеҙ, һуғанды ваҡ итеп турағыҙ. Табаға май һалып, һуған менән сөгөлдөрҙө бергә ҡыҙҙырығыҙ. Шунан табаға 50-70 миллилитр һыу һалып, томат пастаһы, тоҙ, борос өҫтәгеҙ һәм барыһын бергә бутағыҙ.

15 минут дауамында һүрән утта томалап бешерегеҙ. Икра әҙер.

Фото: "Аш-һыу" төркөмөнән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас