Баҡса
26 Июля , 14:00

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән генә сикләнмәй, һуттар ҙа әҙерләй унан.

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебыЯбай һәм тәмле алма һуты рецебы
Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән генә сикләнмәй, һуттар ҙа әҙерләй унан.

Бына Гөлназ Хәмәтшинанан ябай һәм тәмле алма һуты рецебы.

Кәрәк:
- Алма — 2 кг.
- Һыу — 4 л.
- Шәкәр — 2 стакан (тәменсә).

Әҙерләү ысулы:

1. Алмаларҙы йыуығыҙ, киҫәктәргә бүлегеҙ, орлоҡтарын алығыҙ.
2. Ҙур кәстрүлгә һалығыҙ, өҫтөнә һыу ҡойоп, бешерергә ҡуйығыҙ. Күбеген алып тороғоҙ.
3. Һыуытығыҙ. Уттан алғас, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, 5–7 сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Был ваҡытта алмалар тулыһынса һауыт төбөнә төшөп бөтә.
4. Һутты айырым һауытҡа һөҙөп алығыҙ. (Бешкән алма массаһын блендер менән иҙеп, артабан ҡаҡ эшләргә мөмкин.)
5. Һутты шәкәр өҫтәп ҡайнатып сығарығыҙ.
6. Ҡайнар килеш стерилләнгән банкаларға тултырып, ныҡ итеп ябығыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа шифалы ла, тәмле лә һут әҙер!
Фото һәм сығанаҡ: Гөлназ Хәмәтшина

Автор:Карима Усманова
Читайте нас